3 март Бөтә донъя яҙыусылар көнө
Ул 1986 йылдан бирле билдәләнә. Ошо иҫтәлекле көн менән барлыҡ яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы ихлас тәбрикләйбеҙ! Ҡәләмегеҙ осло, фекерҙәрегеҙ тос, сәләмәтлегегеҙ ныҡ булһын.Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы “Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт” социаль – мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү буйынса коммерцияға нигеҙләнмәгән автономиялы ойошма менән берлектә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында «Йөрәктәге эҙҙәр» исемле әҙәби осрашыу үткәрҙе.