Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы

Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы (28 июль 1975 йыл) — башҡорт журналисы, шағир һәм тәржемәсе. 2020 йылдың июненән «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар (2007) һәм Журналистар (2002) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[1], Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019)[2], Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2008), киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы (2018)[3] һәм Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019) лауреаты.

Бөгөн “Аҡбуҙат” журналынын баш мөхәррире, талантлы шағирә, һәр яҡлап та яҡты һәм матур шәхес Лариса Хашим ҡыҙы АБДУЛЛИНАның күркәм байрамы – тыуған көнө!
Һеҙҙең ҡулдарҙа ҡыйыу елгән “Аҡбуҙат”тың ҡанаттары талмаһын, тағы ла ҙур еңеүҙәргә, уңыштарға илтһен!
Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, бәрәкәтле ғүмер юлдары, ижад ҡыуаныстары теләйбеҙ!