Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

Беҙҙең илдә пионер ойошмаһы 1922 йылда төҙөлә

#ДеньПионерии
19 май Пионерия көнө тип билдәләнелә. Пионер- ул француз теленән тәржемә иткәндә ” башлаусы”, “иң алдынғы” тигәнде аңлата. 1925 йылдың 19 апрелендә беренсе радиотапшырыуҙар эфирында “Радиопионер” тапшырыуы сыға. Исеменән үк аңлашылып тороуынса, тапшырыу пионер йәшендәгеләргә тәғәйенләнә, билдәле дикторҙар менән берлектә- актив пионерҙар ҙа эфирға сыға. Иртәнге сәғәттәрҙә уҡыусылар илдә барған әүҙем эштәр, өмәләр, тураһында хәбәрҙәр була.
Пионерға инеү һәр кемдең теләгенә ҡарап башҡарылған. Ҡағиҙәгә ярашлы, 9 -14 йәш араһында пионерға алғандар. Иң беренсе сиратта пионерға уҡыу алдынғылары,активистар индерелгән. Пионерға инеү ул- муйынға ҡыҙыл галстук бәйләп, значок тағып йөрөү генә түгел, ә ил алдында тик яҡшы эштәр генә эшләп, ололарға ярҙам итеп, гел яҡшы билдәләргә генә уҡып, ышаныслы дуҫ булырға, үҙ эшен намыҫ менән башҡарырға, кескәйҙәргә өлгө күрһәтеү. Пионер галстугын бәйләүҙең дә үҙенә күрә тәртибе бар- уның өс мөйөшө 3 быуындың айырылғыһыҙ бәйләнешен аңлата: пионер, комсомол, коммунист, ә бәйләнгән урыны -ойошманы аңлата.
-1991 йылдарҙа СССР тарҡалыу менән, пионер ойомаһы ла бөтөрөлдө.