Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә.

Бер-бер артлы хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы сығара. Ете йыл тирәһе яҙыусы “Бөйрәкәй” романы өҫтөндә эшләй. Әҫәр халыҡ һөйөүен тиҙ яулай. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла. Йыл романы исеменә лайыҡ булған әҫәр 6 тапҡыр нәшер ителә. Рус телендә сыҡҡан 3 мең тираж шунда уҡ һатылып бөтә.”Бөйрәкәй” романының яҙмышы бәхетле. Әммә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Проза ауыр хеҙмәт, тип һанай Таңсулпан ханым. Заманына күрә иң уҡымлы жанр — ул хикәйәләр, тигән фекерҙә яҙыусылар. Журналист Әхмәр Үтәбай күҙәтеүҙәре буйынса, халыҡҡа үтемле томошсан, ысынбарлыҡҡа тура килгән әҫәрҙәр күп, әммә улар образлы булырға тейеш. Ә Таңсулпан Ғарипова үҙенең 10 минутта уҡып сығырлыҡ хикәйәһендә лә халҡыбыҙҙың күңел тәрәнлеген, фәлсәфәһен асып бирә ала.Таңсулпан Ғарипова драматургия өлкәһендә әүҙем ижад итә. “Йәйге таш” киноповесы буйынса “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” тулы метражлы фильмы төшөрөлдө. “Аҡ тирәк”, “Төштәге йыр”, “Ямғыр көткәндә”, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” спектаклдәре халыҡ күңелен яуланы.
Матрай ауылынын моделле китапханаһында юбилярҙын ижадына арналған кургәҙмә эшләнде.Кургәҙмәлә китапхана фондында булған китаптар тәҡдим ителә.