Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

“Блокада икмәге”

#Сталинградскаябитва
Бөйөк Ватан һуғышындағы 900 көн дауам иткән Ленинград блокадаһын өҙөүгә 79 йыл тулды. 1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинград ҡалаһын тулыһынса фашистарҙан азат итә. Тарихтағы ошо иҫтәлекле көнгә бағышлап, балаларға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында “Блокада икмәге” республика акцияһы үтә.

Матрай ауылы моделле китапханаһы китапханасыһы Сөмбөл Ҡотоева ошо уңайҙан мәктәп уҡыусылары менән “Блокада икмәге” тип аталған дәрес үткәрҙе. Сөмбөл Радимир ҡыҙы балаларға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының ауырлығы, балаларҙың ололар менән бер рәттән төрлө эш башҡарыуы, Ленинград блокадаһы тураһында һөйләне. Китапханасы дошман ҡамауында ҡалған ҡала халҡының фиҙаҡәрлеге – 900 көнгә яҡын аслыҡта, һыуыҡта, ауыр шарттарҙа йәшәп, һуғыш һынауҙарын үтеүе, Ленинградты ҡотҡарған совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығы тураһында бәйән итте. Шулай уҡ дәресте әлеге етеш, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән бәйләп,балаларға иң тәмле, көн дә кәрәкле аҙығыбыҙ — икмәкте ҡәҙерләргә, әрәм-шәрәм итеп йөрөтмәҫкә кәрәклеген төшөндөрҙө, был тарихи ваҡиғаны онотмаҫҡа саҡырҙы.

Белешмә өсөн

“Блокада икмәге” – арыш онона көрпә, ағас онтағы, ҡарағай ҡайырыһы, обой туҙаны, гидроцеллюлоза ҡушып бешерелгән икмәк. Бер кешегә ул тәүлегенә 125 грамм ғына бирелгән.