Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ТУҒАН

Бөгөн, башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ТУҒАНДЫҢ тыуған көнө. Ҡурҡыу белмәҫ ата – бабаларыбыҙҙың юлын дауам итеп, шанлы һәм дәһшәтле осорҙа, Башҡорт иленең дәүләтселеген тергеҙә. Ирек даулап, быуаттарға һуҙылған көрәштең, яҡты хыялын тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә дәүләтселегебеҙ, аралашыр телебеҙ булыуында, Зәки Вәлидигә һәм уның көрәштәштәренә бурыслыбыҙ. Илебеҙҙең яҡты киләсәге, милләтебеҙҙең яҙмышы, телебеҙҙең бөйөклөгө һәр беребеҙҙең яурынында. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!