Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

Сабантуй

#Сабантуй
Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй – беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға булды һәм булып ҡаласаҡ. Ул ысын халыҡ байрамы, ниндәй йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштерә, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, класташтар һәм туғандар менән осрашыуҙар бүләк итә. Ауыл халҡы намыҫлы, тырышып эшләүҙән тыш, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, күңелле ял итә белеүен дә күрһәтә. Бында йыл һайын крәҫтиән эшенә тоғролоҡҡа еңел булмаған имтихан тотҡан иҡтисадтың аграр секторы хеҙмәткәрҙәренең эшенә йомғаҡ яһала, алдынғы хеҙмәтсәндәр бүләкләнә, иң шәп һыбайлылар, көрәшселәр, төрлө спорт төрҙәрендә иң етеҙҙән һәм ҡыйыуҙар билдәләнә. Моңло концерт номерҙары башҡарыла. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба, күңел аса һәм яҡшы тәьҫораттар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайта ала.