Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

“Ағиҙҽл” журналының 9 һаны китапханаға килдҽ

Журналдың сентябрь һаны шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союздары ағзаһы Айгөл Йәмилеваның өр-яңы повесы менән асыла.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғариповаға сентябрҙә 75 йәш тула. Был һанда яҙыусының хәтирәләре, хикәйәләре урын ала.

“Рухи хазиналар” рубрикаһында ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновтың арҙаҡлы Ғәбит сәсән хаҡындағы мәҡәләһен уҡырһығыҙ.

“Шиғриәт” рубрикаһындағы шағир Рәмил Сурағоловтың йырҙары, Нурислам Низаметдиновтың “Минең данлы Башҡортостаным” поэмаһы тәҡдим ителә.

“Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәковтың яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина ижады хаҡындағы мәҡәләһе “Һөйөүҙән яралған был донъя” тип атала.

Шағирә Динә Талхинаның тыуыуына быйыл 70 йыл тулды. Ошо уңайҙан яҙыусының әҙәби мираҫынан шиғырҙар донъя күргән.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мират Әхмәтшәрип улы Бикмәтов менән әңгәмәһендә һүҙ Тыуған ереңә, халҡыңа фиҙәкәр хеҙмәт итеү, йәшәйеш һәм кеше бәйләнеше мәсьәләләре хаҡында бара.