Тоҡомдарын күреп ата – баба, Юғалманыҡ тиеп һөйөнһөн!
Әйләнмәһә ваҡыт ҡуласаһы,
Хәтер күсәрҙәре әйләнһен.
Был һөйөнөслө йыйын Сәлим ауылының “Ҡәһәрмән туғайында” үтте.Солтанахмәт балаларының йыйылыуының төп маҡсаты йәш быуынға ата – бабаларының нәҫелен барлау һәм рухи мираҫын тапшырыу булды.Ауылдың нигеҙ ташын һаҡлаусы Касимов Хаят Мәғнәүи һәм Мәҡсүтов Фәрит Ҡәһәрмән улдарының ғаиләләренә рәхмәттең иң ҙуры,сөнки улар нәҫел ептәрен , быуындар сылбырын барлап оло йыйын йыйғандар.
Йыйынға бер – береһен тәбрикләп,күңелдәренә һүнмәҫ ялҡын ,илһам өҫтәп моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән Хәйбулла,Ейәнсура,Баймаҡ,Әбйәлил тарафтарынан килгән ҡунаҡтар байрамдың төп биҙәге булды.
Киләсәктә лә туғандарҙың ҡәҙерен белеп,баҡыйлыҡҡа күскән ата -олаталары ислап ,уларҙың рухына аяттар бағышлап, зат – ырыуҙарының тирә яҡҡа йәм таратып,иҫәнлектә осрашырға тигән теләктә хушлаштылар.