Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

Уҙып ҡына барған был ғүмер

Моңдарымдың шишмә башы һиндә,
Тыуған ауылым,тыуған төйәгем.
Мин бит һинһеҙ телһеҙ ҡалған гармун
Һәм ярылған ҡурай кеүекмен.
Мин ҡайтырмын һиңә берәй заман,
Илһам биргән изге төйөгем.
Тәүге йәрҙе өҙөлөп һөйгән һымаҡ,
Һине һаман өҙөлөп һөйәмен.
Р.Ҡол – Дәүләт

Тиҫтәләрсә йылдар башҡорт сәнғәтенең “йондоҙо” булып балҡыған,шишмә сылтырауылай саф,ҡабатланмаҫ моңо менән тамашасылар күңелен һуғарған,һайыҡмаҫ моң ҡеүәһен,рух ныҡлығын,илһамланып ижад итеү сере лә тап ошо изге төйәгенән башланғандыр Фәрит Хәйбулла улы Бикбулатовтың.
Уҙып ҡына барған, был ғүмерҙең йәнле кисендә Йылайырҙың йылы, йырлы ерендә Азат Айытҡолов, Гөлсөм Бикбулатова,Эльмира Юлдашева,Юнир Һағынбаев,Вильдан Яруллин,Флера Шарипова,Марсель Сәетов,Юлай Ҡасимов һ.б. бик күп “йондоҙҙар”майҙан тотто.Әйе, бындай форматтағы концерт программаһы тәү тапҡыр үтте.Тау итәгендә урынлашҡан ҡурай стелаһы, уның янында ҡоролған заманса сәхнә, ижадсының йырын, моңон һөйөүсе тирә – йүндәге райондарҙан да,юлсыларҙы ла йәлеп итте. Таныштар осрашты,белештәр күреште моң табынында бик күңелле булды.Киләсәктә халыҡ таланттарын ҡатнаштырырға һәм иң сағыуҙарын башҡорт моңона әҙерләргә кәрәктер.
Ҙур рәхмәт ойоштороусыларға,ҡатнашыусыларға,ҡунаҡтарға.Моңло ла,һутлы ла ,рухлы ла йырҙар көтөп ҡалабыҙ!