Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

Зоя Космодемьянская

13 сентябрҙа Советтар Союзы Геройы, комсомолка Зоя Космодемьянскаяның тыуыуына 100 йыл булды.
Тарихи сәғәт “Зоя Космодемьянскаяның тыуыуына 100 йыл”
“Ул шул саҡта: «Беҙҙе ни тиклем аҫһағыҙ ҙа, барыбыҙҙы ла аҫып бөтөрә алмаҫһығыҙ, беҙ 170 миллион. Ә минең өсөн беҙҙең иптәштәребеҙ үс алыр» тип ҡысҡырҙы. Был һүҙҙәрҙе ул муйынына элмәк кейҙерелгәс әйтте. Ул тағы ла ниҙер әйтергә теләгәйне, ләкин шул мәлдә аяҡ аҫтынан йәшникте алдылар һәм ул аҫылынды. Ул ҡулдары менән бауға тотондо, ләкин немец уның ҡулдарына һуҡты. Шунан һуң барыһы ла таралышты”.

Космодемьянская Зоя Анатольевна 1923 йылдың 13 сентябрендә Тамбов губернаһы Осино-Гай ауылында тыуған .
1941 йылдың 29 ноябрендә, (Петрищево ауылы) немец тылына үтеп ингән Көнбайыш фронты штабының диверсия-разведка төркөмө ҡыҙылармеецы.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған тәүге ҡатын-ҡыҙ (үлгәндән һуң).