Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

Бөгөн – Халыҡ-ара туған тел көнө

«Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжизә ул – туған тел. Туған тел – ул тойғо теле, моң теле. Беҙ туған телдә һөйләшеп, туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, беҙ шатлыҡ ишәйтәбеҙ, ҡайғы таратабыҙ, күңел сафландырабыҙ», – тип яҙған ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева. Эйе, ысынлап та, туған телебеҙ беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле, яҡын. Ул ғүмер буйы тормош юлыбыҙҙа оҙатып бара. Туған телебеҙ беҙгә донъяны танып-белергә, тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға ла йүнәлеш бирә.