Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
logo
Матраевская сельская модельная библиотека
муниципального бюджетного учреждения муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан Централизованная Библиотечная Система
Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Матраево, ул.Салавата Юлаева, д.41
тел. +7 (937-78) 2-46-12; e-mail: matraj.smb@mail.ru

25 ғинуар- Бөтә Рәсәй студенттар көнө!

🎓Ғинуар айында билдәләнгән студенттар байрамының үҙ тарихы бар. 1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойоштора.
2005 йылда байрам дәүләт кимәлендә рәсмиләштерелеп, Президент Владимир Путин 25 ғинуарҙы Рәсәй студенттары көнө итеп билдәләү Указына ҡул ҡуя.
Башҡорт йәштәре уны “Тәслимә көнө” тип тә шаярта. Шаян һүҙгә урын бар, әммә студенттар – ул ҙур социаль көс.
Студент йылдары – кешенең романтика менән һуғарылған ҡабатланмаҫ йәшлек осоро ғына түгел, ә үҙ аллы тормош һабаҡтары туплау мәле.
Элекке студенттар булмай тиҙәр.Бырыбыҙ ҙа студент булғанбыҙ. Барығыҙҙы ла байрам менән! Күңелебеҙҙә иң матур хәтирәләр ҡалдырған йылдар артта ҡалһа ла, онотолмай.
Группабыҙҙың барлыҡ студенттарын да Студенттар көнө менән ҡотлайбыҙ!